Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
28 Марта 2022, 06:20

Дарыуҙар етерлек бит!

Иң ғәжәбе шул: дарыуҙарҙың яраҡлылыҡ ваҡыты бар. Ҡайһы берҙәренең ике йыл ғына. Был дарыуҙарҙы билдәле бер ваҡыт эсендә эсеп бөтөп булмай бит. Ни эшләп шуны аңламайҙар икән?..

Дарыуҙар етерлек бит!Дарыуҙар етерлек бит!
Дарыуҙар етерлек бит!

Рәсәйҙә үҙебеҙҙә етештерелгән медицина изделиелары етерлек, ассортиментты киңәйтеү тураһында уйларға кәрәк, тип белдерҙе Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко «Рәсәй-1» телеканалы эфирында күрһәтелгән «Мәскәү. Кремль. Путин» программаһына интервьюһында.

Һаулыҡ һаҡлау министры билдәләүенсә, Рәсәйҙә титандан һәм башҡа материалдарҙан медицина изделиелары әҙерләгән производстволар етерлек.

«Улар етештерелә, мәсьәлә ассортимент сәйәсәтен киңәйтеүгә ҡайтып ҡала», — тип белдерҙе Михаил Мурашко.

Министр билдәләүенсә, Рәсәйҙә хәҙер ҡайһы бер дарыуҙарға һорауҙың норманан 10 тапҡырға күберәк булыуы күҙәтелгән.

«Иң ғәжәбе шул: препараттарҙың яраҡлылыҡ ваҡыты бар. Ҡайһы берҙәренең ике йыл ғына. Был дарыуҙарҙы билдәле бер ваҡыт эсендә эсеп бөтөп булмай бит», — тине ул. Шулай уҡ Мурашко ил төбәктәрендә льготалылар өсөн дарыу запасы ярты йылға тиерлек етерлек икәнен әйтте.

Дарыуҙар етерлек бит!
Дарыуҙар етерлек бит!
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас