+29 °С
Ясно


1-әр стакан грек сәтләүеге менән йөҙөм алабыҙ.
2 уртаса ҙурлыҡтағы лимондың орлоғон алып ташлайбыҙ ҙа, ит турағыстан үткәрәбеҙ.
Барыһын бергә ҡушабыҙ, ошонда уҡ май айының балын (булмаһа башҡаһы ла ярап ҡала), берәр стакан кишер, сөгөлдөр һутын ҡушабыҙ.
Барыһын ҡушҡас 1 литр масса килеп сығырға тейеш. Барыһын бергә яҡшылап болғатабыҙ.
Әҙер дауаны һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан алда 1-әр аш ҡалағы эсергә кәрәк.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.