+22 °С
Ясно


Был сәйҙе бешерер өсөн туралмаған бананды алалар. Шуға ла был сәйҙә B6 витамины, калий, магний, марганец һәм медь һаҡланып ҡала. Оҙағыраҡ бешергән һайын файҙалы матдәләре арта ғына.
Бананлы сәйҙә калий ҙа, магний ҙа булғас, ул йөрәк, тамырҙар эшмәкәрлеген дә, йоҡо сифатын да яҡшырта.
Бынан тыш бананлы сәй тынысландыра, иммунитет системаһын нығыта.
Калий һәм һыу берлектә эс күбеүен бөтөрә, ашҡаҙанды яҡшыраҡ эшләтә.
Ғәҙәти булмаған был сәйҙең калорийы ла бик аҙ. Үҙе шәрбәтле һәм татлы була.
Һаулығығыҙ ныҡ, күңелегеҙ көр, йоҡоғоҙ татлы булһын!