

Ҡыҙ баланың балалар баҡсаһына тиҙерәк өйрәнеүе күҙәтелә. Был көсһөҙ заттың һәр күренешкә яраҡлаша белгән һығылмалылығы тураһында һөйләй. Баҡсаға йөрөй башлаған кескәйҙәр өйҙә лә режим күҙәтергә тейеш. Йоҡоһо туймаған баланың стресҡа, ауырыуҙарға тиҙ бирешеүе күҙәтелә. Мәктәпкә барыу менән ҡыҙҙарҙың яңы тормошо башлана. Ошо мәлдә ата-әсә балаһын бар түңәрәк, секцияға яҙҙырып бөтә. Ашыҡмағыҙ! Баланы бер йүнәлештәге түңәрәккә биреү ҙә етә. Мәктәп программаһы, өҫтәүенә бер нисә түңәрәктә, музыка мәктәбендә шөғөлләнгән балалар арый, стресс кисерә. Ҡыҙҙарҙың ул иң тәүҙә эндокрин системаһына килтереп һуға. Балағыҙҙы түңәрәктәргә биргәндән һуң уның үҙен тотошон күҙәтегеҙ. Әгәр ул үҙен тыныс, шат һәм бәхетле тоя икән – барыһы һәйбәт. Әгәр бала тиҙ арыһа, мәктәп программаһын үҙләштерә алмаһа, аяҡ өҫтө килеш “йоҡлап” йөрөһә, тимәк, өҫтәмә күнекмәләрҙе кәметергә кәрәк. Профессиональ спорт менән шөғөлләнгәндә, ярыштарға йөрөгәндә айырыуса иғтибарлы булығыҙ. Сөнки ул спортсыла өҫтәмә ир-егеткә хас гормондар уята. Өлгөрөп еткән ҡыҙҙарға ул әллә ни тәьҫир итмәй. Әммә бала һәм үҫмер ҡыҙҙарҙың енси органдарының үҫешеп етмәүенә, янбаш һөйәгенең формаһы үҙгәреүенә һ.б. килтереүе бар. Тимәк, өлгөрөү осорондағы ҡыҙҙар спорт менән миҙал өсөн түгел, ә һаулығы өсөн шөғөлләнергә тейеш.
Гүзәл Иҫәнгилдина.