Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
8 Марта 2022, 07:10

Һаулығыңды һәр йәштә хәстәрлә!

50 йәштән һуң рак күҙәнәктәренең әүҙемләшеүе күҙәтелә. Шуға күрә был йәштән һуң медицина тикшереүҙәренә, табип консультацияларына даими иғтибар бирергә кәрәк. Климакс осорон ауыр үткәргән ҡатындар бар. Был мәлде еңелләштереү өсөн һау тормош алып барыу, күнекмәләр эшләү, яратҡан шөғөлөгөҙ булыуы мотлаҡ...

Һаулығыңды һәр йәштә хәстәрлә!Һаулығыңды һәр йәштә хәстәрлә!
Һаулығыңды һәр йәштә хәстәрлә!

Студент йылдарында “ҡыҙыбыҙ ҙурайҙы инде” тип уның тормошо менән ҡыҙыҡһынмау ауыр эҙемтәләргә килтереүе бар. Ата-әсә һағынан ысҡынған баланың яңылышыуы, алданыуы бар. Был осорға тиклем ҡыҙ балаға иртә енси тормош, аборттың ҡурҡыныс эҙемтәләре тураһында әсәһе аңлатҡан булырға тейеш. Үҙ парын табып, бәхетле тормош ҡорған ҡыҙығыҙҙың тормошонда иһә хакимлыҡ итергә ашыҡмағыҙ. Ул хәҙер үҙе хужабикә, ир ҡатыны. Әсә кешенең бурысы – йәштәргә һиҙҙермәй генә дөрөҫ йүнәлеш биреү, юҡ-барға тоҡанып барған йәштәрҙе тынысландырыу. Ярҙам итәм тип ҡыҙығыҙҙың бар эшен үҙегеҙгә йөкмәү – ҙур хаталаныу. Ейәндәрегеҙҙе тик үҙ ҡарамағыҙға алырға ашыҡмағыҙ. Йәштәр үҙ хата-яңылышыуҙары менән үҙ ғаиләһен – үҙ дәүләтен төҙөй.

Ауырлы ҡатындарҙың ваҡытында табипҡа барып теркәлергә тейеш икәнлеген барыһы ла белә, әммә үтәргә ашыҡмай. Ә бит был бик яуаплы осор. Тейешле анализдар ярҙамында ҡатындың һаулыҡ кимәле билдәләнә, шуға ҡарап уны туғыҙ ай дауамында күҙәтеп барасаҡтар. Буласаҡ әсәгә лә, бала имеҙгән ҡатынға ла инфекция ауырыуҙарынан, көйөү-борсолоуҙарҙан һаҡланыу мөһим. Дөрөҫ туҡланыу, витаминдар ҡабул итеүгә ҙур иғтибар бирегеҙ. Ауырлы саҡта кальций етешмәүҙән тештәр боҙола башлай. Шуға күрә стоматологҡа ваҡытында күренеү мөһим. Кемдер бала тапҡандан һуң күҙе насар күрә башлауға зарлана. Был йәһәттән беҙҙең өләсәйҙәрҙән ҡалған кәрәкле һәм мөһим кәңәш бар – сабыйын тыуҙырып көсәнгәндә ҡатын кеше күҙҙәрен йоморға тейеш. Шулай уҡ үрелгән сәстәрҙе тағатыу бала табыуҙы еңеләйтә, тиҙәр. Был фәнни яҡтан раҫланмаған, әммә быуындан – быуынға күсеп килгән кәңәштәр.

Ҡатын – ҡыҙ нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, мотлаҡ үҙенең һаулығына иғтибарлы булырға тейеш. Бер ерегеҙ ауырмаһа ла йылына бер мәртәбә гинеколог, стоматолог, терапевтҡа күренергә кәрәк. 18 йәштән йылына бер мәртәбә маммологҡа ла күренергә кәрәк. Әгәр түшегеҙ ауыртһа, ауыртмаһа ла, әммә ниндәйҙер төйөн тойолһа, ниҙер аҡһа, шунда уҡ маммологҡа мөрәжәғәт итеү мөһим. 40 йәштән һуң һәр ҡатын мотлаҡ маммография тикшереүе үтергә тейеш. 50 йәштән һуң рак күҙәнәктәренең әүҙемләшеүе күҙәтелә. Шуға күрә был йәштән һуң медицина тикшереүҙәренә, табип консультацияларына даими иғтибар бирергә кәрәк. Климакс осорон ауыр үткәргән ҡатындар бар. Был мәлде еңелләштереү өсөн һау тормош алып барыу, күнекмәләр эшләү, яратҡан шөғөлөгөҙ булыуы мотлаҡ.

Шулай итеп, ҡатын – ҡыҙҙың бәхете – бар кешелектең яҡты киләсәге икәнлеген онотмайыҡ. Гүзәл зат вәкилдәренә үҙҙәрен генә түгел, ә ирен, балаларын, яҡындарын, бар тирә-яҡты нурландырыу сифаты бирелгән. Ошо ҡөҙрәтебеҙҙе юғалтмайыҡ, ҡыҙҙар!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас