Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
26 Февраля 2022, 10:41

Баш ауыртҡанда нимә эшләргә?

Был кислород етмәгәндән дә була...

Урамда ярты сәғәт йөрөп килегеҙ. Һис юғы балконға сығып баҫығыҙ. Баштың организмға кислород етмәгәндән лә ауыртыуы ихтимал.
Бөтнөк һәм ромашка сәйе эсегеҙ. Бер аш ҡалағы кипкән ромашкаға бер стакан ҡайнар һыу һалып, бер нисә бөтнөк япрағы һәм лимон киҫәге өҫтәп, ярты сәғәт термоста төнәтәһең. Бал ҡушып эсәһең дә, баш ауыртыуы баҫыла.
Гөлйемеш менән һырғанаҡ та ярҙам итә. Бер ус гөлйемеште алып иҙәһең дә өҫтөнә ҡайнар һыу һалаһың. Термоста бер сәғәт төнәтәһең. Аҙаҡ бер аш ҡалағы иҙелгән һырғанаҡ ҡушып (уның һыуытыста туңдырылғаны ла ярай), шәкәр ҡомо һалып эсәбеҙ. Шәкәр ҡомо урынына бал да ярай.
Ҡан баҫымы юғары булмаһа, кофе эсергә лә ярай.
Ҡан баҫымы түбән булғанда, үләнле йылы сәй эсегеҙ. Имбирлы сәй ҙә ярап ҡуя. Уның тамырын ваҡлап турағыҙ ҙа сәйгә һалып эсегеҙ.
Бармаҡ остары менән башығыҙға массаж яһағыҙ. Артыҡ ҡаты баҫырға ярамай.
Баш ауыртҡанда нимә эшләргә?
Баш ауыртҡанда нимә эшләргә?
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас