Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
23 Февраля 2022, 11:00

Диспансерлаштырыу башланды

Ул коронавирус инфекцияһы буйынса хәлдең тотороҡһоҙ булыуына бәйле тутатылғайны

Диспансерлаштырыу башландыДиспансерлаштырыу башланды
Диспансерлаштырыу башланды

Республикала өлкәндәрҙе һәм балаларҙы диспансерлаштырыу коронавирус инфекцияһы буйынса хәлдең тотороҡһоҙ булыуына бәйле тутатылғайны. Ошо көндәрҙә ул яңынан тергеҙелде. Был граждандарҙың айырым категорияларын диспансерлаштырыу, шулай уҡ көндөҙгө стационар шарттарында медицина ярҙамы күрһәтеүгә лә ҡағыла. Ҡарар коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса Радий Хәбиров етәкселегендәге республика оператив штабы ултырышында ҡабул ителде.

18-39 йәшлектәргә — өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән өлкәндәргә йыл һайын диспансерлаштырыу уҙғарыла.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылда 18, 21, 24, 27, 30, 33, 36 йәки 39 йәше тулғандар, шулай уҡ ковид менән сирләгәндәр тикшереү үтергә тейеш.

Тикшереүгә, диспансерлаштырыуға йәки профессиональ тикшереүгә Дәүләт хеҙмәттәре, 122 телефоны аша йәки поликлиникаға шылтыратып, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы докторы берҙәм медицина порталында яҙылырға мөмкин. 

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас