+12 °С
Ямғыр


Күптәр ваҡытын компьютер артында үткәрә. Бынан күҙҙәргә зарар килә. Шулай ҙа бер нисә ҡағиҙәне үтәгәндә күҙҙәрҙең күреү һәләтен юғалтыуҙан һәм арыуҙан һаҡларға була.
Эш өҫтәленә яҡтылыҡ тигеҙ таралырға тейешлеген онотмағыҙ.
40-45 минут һайын күҙҙәрҙе ял иттереү маҡсатында ошондай күнекмәләр эшләргә:
- күҙҙәрҙе сытырлатып йомабыҙ һәм асабыҙ (30 секунд интервал менән 6-7 тапҡыр ҡабатларға),
- башты бормай ғына өҫкә, аҫҡа, уңға, һулға ҡарайбыҙ,
- күҙҙәрҙе аҫҡа, уңға, өҫкә, һулға һәм киреһенсә әйләндерәбеҙ,
- 1 – 2 минут буйы күҙҙәрҙе тиҙ-тиҙ генә бер асып, бер йомабыҙ,
- күҙҙәрҙе йомоп бер минут буйы бармаҡтар менән һаҡ ҡына әйләндереп массаж эшләйбеҙ.