+21 °С
Дождь


Аяҡ шешеп, етмәһә таш бәйләгән кеүек ауырайып китһә, ҡайһы саҡ әллә ниндәй дарыу, майҙарға ҡарағанда ябай ғына күнекмәләр ҙә ярҙам итеп ҡуя.
* Аяҡ осона баҫырға тырышығыҙ. Ошо хәлдә мөмкин тиклем оҙағыраҡ тороғоҙ.
* Уң яҡ үксәгеҙҙе һул аяғығыҙға ҡуйығыҙ. Ошо хәлдә башта һул, унан уң аяҡтың осон өҫкә күтәрергә маташығыҙ.
* Аяҡ осонда 10 тапҡыр һикерегеҙ.
* Был күнекмәне ултырып эшләйҙәр. Аяҡ бармаҡтарын аҫҡа ҡарай бөгөгөҙ, унан ҡапыл ғына өҫкә ҡарай ебәрегеҙ.
* Был күнекмәне лә ултырып эшләйҙәр. Аяҡтарығыҙҙы тура итеп ҡуйығыҙ һәм табанығыҙҙы һәр яҡҡа 10-ар тапҡыр өйрөлтөгөҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!