Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
19 Февраля 2022, 15:21

Бөйөрҙө тары менән дауалайыҡ

#Һаҡмар_дауалай Күптәр тарыны артыҡ эшкә һанамай. "Себеш бутҡаһы" тип көлөп кенә ҡуя. Хәҙер күптән себеш бутҡаһы түгел, шикелле. Шул уҡ ваҡытта тары бик шифалы ярма. Уның менән хатта бөйөрҙө лә дауалайҙар.

Бөйөрҙө тары менән дауалайыҡБөйөрҙө тары менән дауалайыҡ
Бөйөрҙө тары менән дауалайыҡ

1-се рецепт

1 стакан тарыны йылы һыу менән йыуып, 3 литрлы банкаға һалығыҙ. Унан өҫтөнә эҫе һыу ҡойоғоҙ. Банканы йылы әйбер менән төрөп төнәтер кәрәк була. Икенсе көндө һыуҙың өҫтөндә аҡ күбек күрерһегеҙ. Бына ошо күбек дауа булып тора ла инде. 

Тарылы һыуҙы эсә алған тиклем эсегеҙ. Һыуы бөтһә, тары өҫтөнә йәнә ҡайнар һыу ҡойоп төнәтегеҙ.

Тары бөйөрҙәргә лә, һейҙек ҡыуығына ла бик ныҡ ярҙам итер. 

2-се рецепт. 

Ярты стакан тарыны яҡшылап йыуып, бер литр һыу менән 7 минут ҡайнатығыҙ. Унан, бер аҙ төнәткәндән һуң, йәнегеҙ теләгәнсә эсегеҙ.

Тарыны шулай уҡ бутҡа, аш итеп бешереп агау ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә. Зарары теймәҫ, ә бына дауала ярҙам итер.  

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас