Һаҡмар
+9 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
16 Февраля 2022, 17:54

Төнгөлөккә ― үлән ҡайнатып эс!

#Төнгө_Һаҡмар Ҡайһы саҡ күҙгә йоҡо элмәй, төндө борғаланып үткәрергә тура килә. Бындай саҡта дарыу ашарға ашыҡмағыҙ, халыҡ медицинаһы ла ярҙам итеп ҡуя. Мәҫәлән, мәтрүшкә менән бесәй үләне тамыры...

Төнгөлөккә ― үлән бешереп эс!Төнгөлөккә ― үлән бешереп эс!
Төнгөлөккә ― үлән бешереп эс!

Мәтрүшкә

Әсәй-өләсәйҙәребеҙ яратып эскән мәтрүшкә йоҡларға ярҙам итә. Ә еҫе һуң! Өй эсенә таралдымы? Яйлап ҡына күҙгә йоҡо инә башланы шикелле. 

Шулай уҡ мәтрүшкәне халыҡ медицинаһында киң ҡулланалар. Стресс кисергәндә, невроздан, тартышҡанда (судорога), эпилепсиянан, йоҡоһоҙлоҡтан, күңел ҡырылғанда тынысландыра ул.

БЕСӘЙ ҮЛӘНЕ (ВАЛЕРИАН) ТАМЫРЫ

Бесәй үләне тамыры иң тәүҙә күңел ҡырылғанда, борсолоу тыуғанда, йоҡоһоҙлоҡтан ярҙам итә. Әлбиттә, алдан ни өсөндөр борсолоп йөрөгән булһағыҙ. Ул шулай уҡ ашҡаҙан, эсәк проблемаларынан да ярҙам итә. 

Был үләндең еҫе насар булыуы ғына үҙенән этәрә. Шуға ла ҡапҡасын ныҡлап ябып һаҡлағыҙ.  Башҡа үләндәр менән бергә һаҡламағыҙ!

Һау-сәләмәт булығыҙ! Йоҡоғоҙ тыныс булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас