+22 °С
Ясно


Бөгөн Ирәндек зонаһында Баймаҡ ҡала дауаханаһының баш табибы Таһир Мәүлитов командаһы эшләне.
Таһир Вилүр улы менән берлектә медицина буйынса баш табип урынбаҫары, ультратауыш ярҙамында дауалау-профилактика бүлеге табибы, табип-хирург И.Хәсәнов, ойоштороу-методик бүлеге мөдире, терапевт И.Бәхтийәров, клиник-эксперт эше буйынса бүлек мөдире, педиатр Ю.Кәйекбирҙина, медицина профилактикаһы бүлеге мөдире, гинеколог Д.Ильясова ла Төркмәнгә барҙы.
Халыҡ менән бындай осрашыу маҡсаты: урындағы кешеләргә медицина ярҙамын күрһәтеү, халыҡты вакцинациялау, Ирәндек табип амбулаторияһы хеҙмәткәрҙәренә методик ярҙам күрһәтеү.
Был турала баш табип Вилүр Мәүлитов Бәйләнештә селтәрендәге үҙ сәхифәһенә яҙып ҡуйған.