

*ҡара ҡарағатты 1:2 кимәлдә шәкәр менән ҡушып туйғансы сәй эсегеҙ;
* дегәнәк тамырынан төнәтмә эшләп эсегеҙ (5 аш ҡалағы онталған дегәнәк тамырын термосҡа һалып, өҫтөнә 1 литр ҡайнар һыу ҡойоғоҙ ҙа 5-6 сәғәт төнәтегеҙ. Был төнәтмәне ашарҙан 30 минут алда көнөнә 3 тапҡыр 1/3 стакан эсегеҙ);
* әлморонло сәй эсегеҙ. 1 стакан әлморондо иҙеп, өҫтөнә 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Ошонда уҡ 1 аш ҡалағы бал өҫтәр кәрәк. Килеп сыҡҡан төнәтмәне өскә бүлеп, көн дауамында эсеп бөтөрөгөҙ;
*йәш ҡайын япрағын ҡайнар һыу менән бешерегеҙ. Бының өсөн 150 гр йәш ҡайын япрағына 3 стакан ҡайнап бер аҙ һыуынған һыу ҡойоғоҙ. Унан һөҙөп ашарҙан 30 минут алда көнөнә 2 тапҡыр яртышар стакан эсегеҙ.
Бонус: Ашҡаҙан ауырыуҙарын (гастрит, сей яра) 100 гр бал, аҡ май, какао һәм 10 мл алоэ һутын ҡушып болғатығыҙ. Был ҡатнашманы ашарҙан 30 минут алда көнөнә 3 тапҡыр 1-әр балғалаҡ ашағыҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!