Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
4 Февраля 2022, 06:00

Быуындарың һыҙлаһа...

Картуфтарҙың шыта башлаған сағы, ҡайсаҡ аҡ һабаҡтары шул хәтлем оҙон булып үҫеп китәләр, кешеләр уны йолҡоп сығарып ташлауҙы ғына күрәләр. Ә бит үҫкән картуфтың аҡ һабаҡтары һаулыҡҡа бик файҙалы. Тулыраҡ:

Картуфтарҙың шыта башлаған сағы, ҡайсаҡ аҡ һабаҡтары шул хәтлем оҙон булып үҫеп китәләр, кешеләр уны йолҡоп сығарып ташлауҙы ғына күрәләр. Ә бит үҫкән картуфтың аҡ һабаҡтары һаулыҡҡа бик файҙалы. Уйлап ҡараһаң тәбиғәттә барса нәмә файҙалы кеүек, ҡуллана белер генә кәрәк, нимәнән һәм нисек ярҙам килтереүен белергә . Юҡҡа ғына әйтелмәй, үлемдән башҡа барыһынан да дауа бар тип.
Картуфтың аҡ һабаҡтарын ҡулланыу тураһында мин зож гәзитенән уҡып белдем шикелле. Ул ваҡытта һыуыҡта эшләпме әллә нәҫелдән кусепме быуындарым шешеп ауырта башлағайны. Күҙемә ниндәй рецепттар ташлана - барыһын да ҡулланып ҡараным. Картуф шытҡан мәл ине. Оҙон аҡ һабаҡтарын 1 см яҫылыҡта итеп турап бер литрлыҡ банкыға ныҡлап тултырҙым, өҫтөнә сыҡҡансы самогон ҡойҙом, шулай уҡ араҡы ла бара. Ике аҙна тирәһе ҡараңғы ергә ҡуйып торҙом да ваҡытын билдәләп, ике аҙна ваҡыт үткәс ауыртҡан быуындарымды һылай башланым. Был настойка һәр ваҡыт кровать эргәһендә ҡул аҫтында торҙо. Күҙгә ташланған һайын һөртөп йөрөнөм, тубыҡ быуындарына ла һәм яурын ауыртҡанда ла шулай уҡ. Һөртөнгәндән һуң әрһеҙ шәлгә төрөп, яулыҡ менән нығытып бәйләп ҡуйыр кәрәк, йоҡларға ятканда көн дә һөртөп ята инем. Ул настойканың еҫе лә яҡшы ғына, тәнгә һеңеп насар еҫ сығып тормай аҙаҡ. Унан бирле арыуыҡ ваҡыт үтте инде, оҙаҡ йылдар ауыртҡан яурындарым да һәм быуындарым да һыҙламай, шешеүе лә үтте. Төрлө рецепттар ҡулландым, уның араһында картуф настойкаһы ла яҡшы ярҙам иткәндер тип ышанам. Һәр хәлдә лә ҡулланып ҡарар кәрәк, ҡулдарҙы төшөрмәй, йүнәлеүгә өмөттө өҙмәй даими рәүештә генә һөртөп, һыланып йөрөр кәрәк. Ул настойкам әле лә әҙер тора миндә!
Картуф һабағының настойкаһының файҙаһы рак сиренә ҡаршы ла ярҙам итеүен уҡығаным бар, шулай уҡ күҙгә лә файҙалы, катарактаны йүнәлтә тиелә.
Ҡулланығыҙ, һауығыу юлын һәм сараһын эҙләгеҙ, ҡул ҡаушырып ауырыуға бирешеп ултырмағыҙ. Һаулыҡ - сәләмәтлек теләйем һеҙгә!

Ниндәйҙер рецепттарҙы һәм дарыуҙарҙы ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү тәҡдим ителә.
 
Һәр үләндең үҙ шифаһы...
Фото интернеттан алынды.
 
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас