Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
3 Февраля 2022, 06:33

Помидор коронавирустан һаҡлай

Коронавирус башланғаны бирле кеше унан һаҡланыу өсөн ниндәй генә сара ҡулланып ҡарамай. Дарыуҙарҙан тыш халыҡ медицинаһы ла ярҙамға килә. Коронавирус менән һалҡын тейеүҙән иң яҡшы йәшелсә помидор икәнен белә инегеҙме? Тулыраҡ:

Помидор коронавирустан һаҡлай

Коронавирус башланғаны бирле кеше унан һаҡланыу өсөн ниндәй генә сара ҡулланып ҡарамай. Дарыуҙарҙан тыш халыҡ медицинаһы ла ярҙамға килә. Коронавирус менән һалҡын тейеүҙән иң яҡшы йәшелсә помидор икәнен белә инегеҙме?

Диетологлар һәм нутрициологлар ассоциацияһы ағзаһы Наталья Круглова “Sputnik” радиоһы аша биргән әңгәмәһендә шулай тип белдергән.

Белгес һүҙҙәренә ҡарағанда, помидорҙа организм өсөн файҙалы матдәләр, шул иҫәптән иммун күҙәнәктәрен активлаштырырға һләтле көслө антиоксидант – ликопин бар.

 “Ликопин организмды йөрәк-ҡан тамыры ауыруҙары, яман сир килтереп сығарырға мөмкин булған ирекле радикалдар йоғонтыһынан яҡлай. Ликопин ярҙамында иммунитетның һаклағыс күҙәнәктәре активлаша”, — ти ул.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас