

Был дауаны академик Филатовтың мөғжизәле рецебы, тиҙәр.
100гр алоэ һуты, 500 гр онталған сәтләүек, 300 гр бал, 3-4 лимон кәрәк була. Ошоларҙың барыһын бергә яҡшылап бутағыҙ.
Күҙегеҙ яҡшырғанға тиклем ошо дауаны ашарҙан 30 минут алда көнөнә 3 тапҡыр эсегеҙ.
Әйткәндәй, был рецепт күҙҙе яҡшыртып ҡына ҡалмай, организмды ла нығыта.
Алоэ 2-3 йәштән бәләкәсерәк булмаҫҡа тейеш. Быны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ.
Аҫҡы һәм урта тирәләге эре япраҡтарын ҡырҡып алығыҙ. Гөлдөң өҫкө япраҡтарына теймәгеҙ. Ҡайнаған һыу менән йыуып алығыҙ. Энәләрен таҙартығыҙ. Япрағын ваҡлап турағыҙ. Ыуып алығыҙ соковыжималка йә ике ҡатланған марля менән һутын һығығыҙ.
Академик Филатов яңы ғына ҡырҡып алынған япраҡтарҙы турарға ашыҡмай тороғоҙ. Тәрилкәгә һалып, һыуытҡыста 10-12 көн тотоғоҙ.
Шулай уҡ алоэ һутын күпләп ҡулбанырға ярамай икәнен хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Артыҡ булһа, зарар килтерә.
Алоэ һуты бөйөрҙәрҙең киҫкен ауырыуҙары, ашҡаҙан-эсәк тракты, ҙур сроктағы ауырың булғанда, ҡатын-ҡыҙҙарҙың енси ағзаларында шеш булғанха, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары булғанда, туберкулез киҫкенләшкәндә, ҡан тамырҙары убзарарланғанда һәм геморрой ваҡытында ҡулланырға ярамағанлығын хәтерегеҙҙә тотоғоҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!