Һаҡмар
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
31 Января 2022, 14:39

“Спутник М” — Баймаҡҡа килде

"Спутник М” вакцинаһының тәүге партияһы Баймаҡҡа килде. Ул 12-17 йәштәге үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән. 

“Спутник М” — Баймаҡҡа килде“Спутник М” — Баймаҡҡа килде
“Спутник М” — Баймаҡҡа килде

Уҙған йома вакцинаның тәүге партияһы килде лә инде. Килгән 60 доза вакцинаның 20-һе Урал аръяғы агро-сәнәғәт колледжына, 10-ы Аҡморонға, 4-әүе Иҫке Сибайға, 3-әүе Бикеш ауылдарына оҙатылды. Ҡалған 23-ө Баймаҡ ҡалаһындағы мәктәптәргә таратып бирелде. Спутник М ― ике компоненттан
торған вакцина. Тәүгеһен һалғандан һуң 21 көн үтергә тейеш. Унан икенсе компоненты һалына. Прививка яһатҡандан һуң 1 көн ял бирелә.
— Был вакцинаға ата-әсәләрҙең ҡарашы төрлөсә. Кемдер алдан көтөп йөрөнө. Айырыуса, бикештәр алдан шылтыратып, һорап йөрөнөләр. Кемдер, киреһенсә, ҡаршы тора, — ти баш табиптың балалыҡ һәм бала табыу буйынса урынбаҫары Эльвира Фәрит ҡыҙы Ғатина. - Балаларға прививка теләк буйынса ғына яһала. 15 йәше тулмағандарға ата-әсәнең ризалығы кәрәк. Йәғни улар ризалыҡ белдереп, ғариза яҙырға тейеш. Унан анкета тултыра. Шулай ҙа ғариза яҙып та, балаға прививка ярамаған осраҡтар ҙа була. Бындай мәлдә беҙ, әлбиттә, вакцина ҡаҙамайбыҙ.
Коронавирус инфекцияһы беҙҙең тормошҡа ныҡлап үтеп инде буғай. Шуға ла был ҡурҡыныс вирустан балаларыбыҙҙы һаҡлау – һәр кемебеҙҙең бурысы. Эльвира Фәрит ҡыҙы бындай осраҡта иммунитетты нығытыу өсөн поливитаминдар эсерергә кәңәш итте. Һәм, тәү сиратта, вакцина яһатыр кәрәк.
- Прививка яһатҡан үҫмерҙәргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
- Прививка яһатҡас та ҡайтып китергә ашыҡмаһындар. 30 минут ултырып торор кәрәк. Унан бер аҙ температура булыуы ихтимал. Был тәбиғи. Организм көрәшә. Шуға ла 1 көнгә уҡыуҙан азат ителә.
Әйткәндәй, һуңғы арала коронавирус инфекцияһы симптомдары менән килгән үҫмерҙәр һаны кинәт артҡан. Уларҙан ПЦР-тест алына. Шуға ла уйланырға урын бар! Һау-сәләмәт булһын балаларыбыҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас