Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
28 Января 2022, 11:36

Кешенең иң ҙур ҡаҙанышы - үҙен еңә алыуы

Тормоштоң тик яҡты яҡтарын күрергә. Кешегә ярайым тип ынтылмаҫҡа, “кеше шулай-былай тип һөйләй” тигәнде ишетмәҫкә һәм бының өсөн көймәҫкә. Бер аҡыллы кешенең әйткән һүҙҙәре бар бит: “Беҙҙең хаҡта беҙҙән насарыраҡ булғандар ғына ниҙер һөйләй, ә беҙҙән яҡшыраҡ булғандарҙың – беҙҙә эше лә юҡ”. Был хаҡ һүҙҙәр...

Кешенең иң ҙур ҡаҙанышы - үҙен еңә алыуыКешенең иң ҙур ҡаҙанышы - үҙен еңә алыуы
Кешенең иң ҙур ҡаҙанышы - үҙен еңә алыуы

АлҺыу Баййегетова менән оҙайлы йылдар элек, ул Аҡморон ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләгәндә танышҡайныҡ. Мөләйем, ылыҡтырғыс энергияһы менән арбаған ханым итәғәтле, кешелекле булыуы менән иғтибарҙы шунда уҡ йәлеп итә ине. Хаҡлы ялдағы уҡытыусының үҙенә генә хас йәшәү рәүеше лә күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Сөнки ул – еңел атлетика буйынса күп марафондар еңеүсеһе. Был спортҡа Алһыу Илгиз ҡыҙы нисек килгән? Алыҫ дистанцияға йүгергән ханым нимә менән туҡлана? Нимәләрҙән үҙен тыя? Әйҙәгеҙ, ошо хаҡта спортсының үҙе менән һөйләшәйек.

- Алһыу Илгиз ҡыҙы, Һеҙ ҡасан йүгерә башланығыҙ?

- Хаҡлы ялға сыҡҡас. Миңә тиҙҙән 63 йәш тула. Һигеҙ йыл элек самаһы йүгерә башланым.

- Был ҡарарға нисек килдегеҙ?

- Улым Илшат Өфөлә йәшәй. Уның ҡайны-ҡәйнәһе, минең ҡоҙа-ҡоҙағыйым, оҙайлы йылдар йүгереү, саңғыла йөрөү менән шөғөлләнә ине. Улым миңә пластик саңғылар бүләк итте. Унан ҡоҙа менән ҡоҙағый Сибай ҡалаһында үткән йүгереү марафонына килде. Уларҙың ошо йәшәү рәүеше менән ҡыҙыҡһынып киттем. “Туҡта әле, ә мин ниңә йүгермәйем әле?”-тигән дыуамал уй башҡа килде. Шунан башлап мин дә йүгерә башланым.

- Уға тиклем еңел атлетика менән шөғөлләнмәнегеҙме?

- Мәктәп йылдарында, унан Сибайҙа педагогия училищеһында уҡығанда төрлө ярыштарға алып йөрөйҙәр ине. Был йәһәттән физкультура уҡытыусыһы Василий Петрович Петрищевты иҫкә алып киткем килә. Ул студенттарҙы физик яҡтан сыныҡтырыуға күп көс һалды. Мин йүгерә һәм саңғыла шыуа торғайным. Еңеүҙәрем өсөн Почет грамоталары ла алдым. Әммә ул алыҫ үткәндәрҙә ҡалған ине. Шуға күрә барыһын да баштан башларға тура килде.

- Тәүге марафонығыҙ ҡайҙа булды?

- 2015 йылда Сибай ҡалаһында.

- Һеҙ күп йүгереү марафондарына барып ҡайттығыҙ. Улар тағы ниндәй ҡалаларҙа булды?

- Өфө, Благовещен, Октябрьск, Магнитогорск, Силәбе өлкәһенең Париж ауылында, Новотроицк, Аҡъяр, Стәрлетамаҡ, өс мәртәбә Ҡазан ҡалаһында.

- Һеҙ бит бар марафондарҙа еңеүҙәр яулайһығыҙ?

- Эйе, беренсе, икенсе урындарҙы алдым. Беҙ Сибайҙан Айрат ағай Йыһаншин, Дамир Хәсәнов һәм Әбделкәримдән Рәмзил һәм Ғәҙел Булатовтар бергә ярышҡа сығып китәбеҙ. Новотроицк ҡалаһындағы марафонда бар призлы урындарҙы беҙ яуланыҡ. Һуңынан ярышты ойоштороусылар: “Башҡортостандың Баймаҡ, Сибайынан килделәр ҙә, бар призлы урындарҙы алып ҡайтып киттеләр”,-тип аптырашыуын әле лә иҫләйем. Район-ҡалабыҙҙа спорт менән дуҫ кешеләр күбәйә. Улар араһында йәштәрҙең булыуы бигерәк тә һөйөнөслө. Беренсе Этҡолдан – Гөлдәриә, Йәнйегеттән Регина исемле ҡыҙҙар ҙа бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкәйне.

- Әлеге ваҡытта ниндәйҙер марафонға әҙерләнәһегеҙме?

- Эйе. Әммә уның ҡайҙа һәм ҡасан үтәсәге сер булып ҡалһын. Алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта, тигәндәй булмаһын. Әммә был марафон һәм ул ҡала – минең күптәнге хыялым.

- Еңеп ҡайтҡас, “Һаҡмар” гәзите менән мотлаҡ шатлығығыҙҙы уртаҡлашырһығыҙ, тип ышанам.

- Әлбиттә.

- Һеҙ иң алыҫ дистанцияларға йүгерәһегеҙ. Ә нисә саҡрымдан башлағайнығыҙ?

- Иң тәүге марафоным ун саҡрымға булды. Унан егерме километрға йүгерә башланым. Был араны ла үтергә сыҙамлыҡ еткәс, ҙурыраҡ дистанция хаҡында хыяллана башланым. Шунан бер кемгә лә әйтмәй 42 саҡрымға йүгерергә йөрьәт иттем. Һәм барыһы ла килеп сыҡты. Хәҙер бына шул дистанцияға йүгерәм.

- Шул тиклем араны йүгергәндә башҡа ниндәй уйҙар килә? Ғөмүмән, ҡәҙимге генә ваҡытты алған ярыш барышында нимә уйлап йүгерәһегеҙ?

- Мин Хоҙай Тәғәләгә ныҡ ышанам. Стартҡа баҫҡанда уҡ Аллаһтан ярҙам һорап, доғалар уҡыйым. Йүгергән ваҡытта күңелемдән белгән бар доғаларымды үткәрәм. Үҙемә, яҡындарыма, бар кешеләргә изге теләктәр теләп барам. Унан тәбиғәткә һоҡланам. Шулай доғалар, теләк теләү, матурлыҡтан кинәнес алыу менән финишҡа килеп еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалам.

- Ҙур дистанцияларға йүгереү өсөн ныҡлы күнекмәләр ҙә кәрәк бит. Һеҙ көн һайын йүгерәһегеҙме?

- Мин көн аша йүгерәм. Күнекмәләргә ике-өс сәғәтемде бүләм. Комсомол, Йомаш ауылы яҡтарына йүгерәм. Тәүҙә шулай уҡ Хоҙай Тәғәләгә мөрәжәғәт итәм, доғалар уҡыйым. Янымдан үтеп киткән машиналарға, юлымда осраған бар кешеләргә изге теләктәр теләп барам. Тәбиғәтебеҙ ныҡ матур. Шуларға ҡарап һоҡлана-һоҡлана, берсә шәп, берсә яй ғына йүгерәм. Унан белгән йырҙарымды хәтерләп ҡысҡырып йырҙар ҙа йырлайым. Урмандарҙы үткәндә лә рәхәтләнеп ҡысҡырып алам. Хәҙер кешеләр мине белеп бөткән. Тәүге йылдарҙа мин кискеһен, хатта төндәрен йүгерә инем. Нисек ҡурҡмағанмын? Уның ҡарауы, үҙем кешеләрҙе ҡурҡытҡанмын. Беҙҙең яҡта хатта: “Төнөн йөрөмәгеҙ. Ҡараңғы төшкәс йөрөгән кешеләрҙең юлын ҡыҙыл куртка кейгән ҡатын быуа”,-тип һөйләп тә сығарғандар ине. Унан был мин икәнде белеп, бер килке рәхәтләнеп көлөп йөрөнөләр.

- Хәҙер ошо яҡтарҙа нәҡ Һеҙ йүгергәнде бар район белә, шикелле?

- Эйе, был ысынлап та шулай. Һаулыҡ һорашгып үтәләр. Машиналар сигнал биреп китә. Бындай иғтибарҙан күңелгә рәхәтлек тойғолары килә. Әҙәм балаһына бит бер йылы һүҙ, йылы ҡараш та етә. Баймаҡҡа барырға кәрәк саҡта, попуткаға сыҡһам, машинаға ултыртып алалар ҙа: “Ни эшләп йүгереп кенә бармайһығыҙ?”-тип мәрәкәләйҙәр. Йүгереп барып етеп булыр ине, әммә һуңынан бит кейемде алмаштырырға кәрәк була.

- Белеүемсә, һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, барыбер йүгерәһегеҙ?

- Эйе. Сөнки өйрәнгән ваҡытымда йүгермәһәм, миңә ҡыйын була, тын етмәй башлай. Әле һуңғы бурандар ваҡытында ла йүгереп килдем. Күҙ асҡыһыҙ итеп ҡар яуып, көслө ел булһа ла, 12 саҡрым үтә алдым.

- Ҡатын-ҡыҙҙың йортонда ла эше күп бит...

- Был бар эшен ташлап, йүгереп тик йөрөй, тип уйламағыҙ. Күнекмәгә сығыр алдынан йортомдо таҙартып, ашарға төрлө тәмлекәстәр бешереп, шунан ғына сығып китәм. Күңелемә шулай тынысыраҡ. Унан өйҙә эш бөтәме ни ул? Ә һәр кемдең күңеленә ятҡан, уның йән һәм тән ныҡлығын тотҡан шөғөлө булырға тейеш. Сөнки был үҙеңде яратыу һәм хөрмәтләү билгеһе ул.

- Кемдер йүгерә башларға уйланы икән. Ул нимәнән башларға тейеш?

- Иң тәүҙә уның үҙенең теләге булырға тейеш. Әгәр теләге булып, үҙен еңеп, ныҡлап тотонһа, барыһы ла килеп сығасаҡ. Беренсе көндән әллә нисәмә саҡрымға йүгерергә тимәгән бит. Тәүҙә 500 метр үтһен әле. Хатта йүгереп тә түгел, ә атлап. Күптәр эшенән бушамауға һылтана. Һуң ял көндәрендә яйлап атлап, йөрөп килергә була бит. Беҙҙә шул тиклем тәбиғәт матур, уға ҡарап, һоҡланып, йөрөп ҡайтһағыҙ, рәхәтләнеп ял итерһегеҙ. Һаулығың да нығына, башың да ауыртмай. Йүгерә башлағанға тиклем минең һаулыҡ менән бер аҙ проблемалар булып алғайны. Хәҙер, Аллаға шөкөр, әйткәндәй булмаһын, барыһы ла яҡшы.

- Хәҙер күп ҡатындар ябығыу тураһында хыяллана. Хатта бының өсөн бик күп аҡса түгә. Уларға ниндәй кәңәштәрегеҙ булыр?

- Үҙегеҙҙе ыҙалатып, организмға стресс эшләп, берсә асығып, берсә күп итеп ашап йонсомағыҙ. Барыһын да ашарға була, йәнең теләгән бар нәмәне. Тик хәрәкәтләнергә кәрәк. Йүгерегеҙ! Бер ниндәй артыҡ килограмығыҙ булмаҫ. Әгәр шунда уҡ йүгерә алмаһағыҙ – атлауҙан башлағыҙ.

- Тимәк, һеҙ бер ниндәй диета тотмайһығыҙ?

- Юҡ, әлбиттә. Мин үҙем электән ныҡ ҡырҡыу, боросло-тоҙло һәм ҡыҙҙырылған аҙыҡты яратмайым. Һыу менән сәйҙе күп эсәм. Шулай уҡ кеҫәл яратам. Ниндәйҙер ярышҡа барам икән, ҡаҙы бешереп һалып алам. Сөнки ул туҡлыҡлы ла, файҙалы ла. Ғөмүмән, үҙемде бер ризыҡтан да тыймайым.

- Һаулығығыҙы хәстәрләгән аш-һыу ҙа барҙыр?

- Эйе. Төрлө ауырыуҙарҙы профилактикалау өсөн әрем һыуы эсәм. Көн һайын иртәнсәк бер бүлкәт һарымһаҡты ваҡ итеп турайым да, шуны һыу менән йотоп ебәрәм. Дәрсен, бал һалынған һыуҙы яратам. Әлбиттә, бал тирләтә. Йүгергәндә былай ҙа тирләйһең бит, шул рәүешле тәндән бар шлактар, токсиндар сыға. Арахис, йөҙөм, күрәгәне ит турағыстан үткәреп, бергә болғатып ашайым. Холодец яратам. Унда коллаген да, кальций ҙа бар. Витаминдар ҙа ҡулланам. Балыҡ майы, кальций һәм башҡа витаминдарҙы комплекслы ҡулланам.

- Ә бит тирегеҙҙе нисек тәрбиәләйһегеҙ?

- Ниндәйҙер махсус кремдар алһам да, уларҙы һөртөргә онотам. Ә бына үҙем нимә ашайым, эсәм – барыһы ла биткә лә китә. Һөт айыртам – һөт, ҡаймаҡ һөртәм, ҡорот, эремсек, төрлө йәшелсә-емеш, хатта ашаған бутҡамдың бер аҙ өлөшө битемә һөртөлә. Йомортҡа ағын ҡулланырға кәңәш итер инем. Бигерәк тә балға ҡушып битлек эшләү, тирене ныҡ матурайта.

- Йүгереү һөйәктәргә тәьҫир итмәй ҡалмайҙыр. Аяҡтарығыҙҙы нисек тәрбиәләйһегеҙ?

- Хәтерегеҙҙә булһа, элек инәйҙәр һәр саҡ тубыҡтарын май менән ыуалап ултырыр ине. Был бит беҙҙең халҡыбыҙҙың бик шәп дауалау һәм ауырыуҙарҙы булдырмау ысулы. Мин дә иретеп алған ҡаҙ һәм өйрәк майҙары менән тубыҡтарыма, табаныма массаж эшләйем. Ниндәй нөктәләргә баҫырға, ыуырға икәнен өйрәнеп алғанмын, был һыҙлау-ауыртыныуҙарға ҡаршы профилактика. Унан әйтеп үткән витаминдарҙы даими ҡулланыу ҙа аяҡтарҙың көслө булыуына булышлыҡ итә.

- Һәр кемдең тәбиғи һәм йән йәше була. Һеҙ үҙегеҙҙе нисә йәшлек итеп тояһығыҙ?

- 45 йәштән өлкән түгел. Шул йәш самаһында кеүекмен: һаулыҡ яғынан да, күңел торошонан да.

- Һеҙең кеүек һәр саҡ йылмайып йәшәү өсөн ниндәй булырға кәрәк?

- Тормоштоң тик яҡты яҡтарын күрергә. Кешегә ярайым тип ынтылмаҫҡа, “кеше шулай-былай тип һөйләй” тигәнде ишетмәҫкә һәм бының өсөн көймәҫкә. Бер аҡыллы кешенең әйткән һүҙҙәре бар бит: “Беҙҙең хаҡта беҙҙән насарыраҡ булғандар ғына ниҙер һөйләй, ә беҙҙән яҡшыраҡ булғандарҙың – беҙҙә эше лә юҡ”. Был хаҡ һүҙҙәр. Унан үҙеңдең алама яҡтарыңды еңеп, тик яҡшы яҡтарыңды үҫтерергә кәрәк. Үҙеңде еңә алһаң – был һинең иң оло еңеүең буласаҡ.

- Йәмәғәт ойошмаларында эшләгәндә, төрлө күренештәрҙе кисерергә тура килгәндер?

- Әлбиттә, төрлө хәлдәр була, әммә кешеләрҙең насар яҡтарын күреп, уны бар донъяға оран итеп һалырға ярамай. Ҡатын-ҡыҙҙар советында эшләгәндә, төрлө ғаиләләр менән осрашырға тура килде. Әммә бер ҡасан да уларҙың етешһеҙлектәрен бар мирға сығарманым. Минең менән йөрөгән ҡыҙҙарға ла: “Өйҙәренә инәбеҙ – һуҡырбыҙ, сығабыҙ – телһеҙбеҙ”,-тип әйтә торғайным. Сөнки тормош - ул бик ҡатмарлы. Кемдер уның һынауҙарын йырып сыға, бәғзеләр унан бөгөлөп төшә һәм онотолоу өсөн эскелеккә бирелә башлай. Ундай саҡта кешене тапарға түгел, ә ярҙам итергә кәрәк. Һәм, әлбиттә, “шул ғаилә шулайтып ята ине, мин уларға ярҙам иттем” тип һөйләп йөрөргә лә ярамай. Изгелек эшлә лә – һыуға һал, кеше белмәһә – балыҡ белер. Халҡыбыҙҙың кинәйә менән әйтелгән ни тиклем аҡыллы һүҙҙәре! Барыһыла шуға ҡолаҡ һалһа ине ул! Заманында әңгәмә ҡорған ғаиләләрем бөгөн миңә рәхмәт әйтә икән, күңелемә аңлата алмаҫлыҡ шатлыҡ тойғолары килә. Һәм был хаҡта тик мин һәм хәҙер инде бар ауырлыҡтарҙы еңеп, матур итеп йәшәгән шул кешеләр генә белә. Шунан килә лә инде һүрелмәҫ йылмайыу.

- Яҡындарығыҙ Һеҙҙең спорт менән шөғөлләнеүҙе нисек ҡабул итә?

- Улар минең өсөн тик ҡыуана ғына. Ошо спорт шөғөлө мине шул тиклем күп дуҫтар менән таныштырҙы, тормошома матур күңелле кешеләр килтерҙе, башыма төшкән ҡайғы-хәсрәттәрҙе еңеү көсөн бирҙе, донъяла изгелектең һәм яҡтылыҡтың күберәк булыуына ышаныс-инаныс бүләк итте. Шуға күрә бар кешеләрҙең бәхетле булып, йөҙҙәре – аҡ, күңелдәре пак булып, ныҡлы һаулыҡта йәшәүҙәрен теләйем.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Алһыу Илгиз ҡыҙы. Һеҙгә киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр, йүгерек аяҡтарығыҙҙың талмауын теләйбеҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина әңгәмәһе.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас