+14 °С
Облачно
Умыртҡа арһындағы бүҫерҙән хирургия юлы менән генә дауалап була, тиҙәр. Әммә борон-борондан халыҡ медицинаһы менән дауалап була. Ул ауырыуҙы юҡҡа сығарыуын сығармай, әммә ауыртыуҙы, һыҙланыуҙы баҫа.
Ә бына кипкән тәмле-татлы емештәр ҙә был һыҙланыуҙы баҫа ала икән.
Рецепт
1 аш ҡалағы йөҙөмдө (һөйәкһеҙ)
1 аш ҡалағы күрәгә
1 аш ҡалағы грек сәтләүеге
1 аш ҡалағы бал
ярты лимон.
Йөҙөм, күрәгә һәм сәтләүекте онтап, ярты лимон һутын һәм балды ҡушып болғатығыҙ.
Көнөнә өс тапҡыр берәр аш ҡалағы ҡабул итергә.
Һау-сәләмәт булығыҙ!