+21 °С
Облачно
Был эсемлек йоҡоно осора, арығанлыҡты бөтөрә, өшөп ҡайтһаң, хатта йылыта.
Ингpeдиeнттары:
- 3 йәшел алма
- бер семтем имбиp пopoшогы
- тәменә ҡарап бал
1 литр һыу.
Алманың ҡабығын әрсергә кәрәкмәҫ. Ә бына ваҡ итеп турау мөһим. Унан туралған алма өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, һүрән утҡа ултыртабыҙ. 10 минуттай бешереп алабыҙ.
Уттан алғас, 30 минуттай төнәтеп алабыҙ. Аҙаҡ тәменә ҡарап бал, имбир өҫтәйбеҙ.
Был төнәтмәне йылы килеш эсергә кәңәш ителә.
Һау-сәләмәт булығыҙ!