Ҡулдарығыҙ йыш ойоймо? Бармаҡтарығыҙ сәнсеп-сәнсеп аламы? Һаҡ булығыҙ?
Ҡул ойоуҙың 7 сәбәбе бар. Уҡып сығығыҙ әле был турала:
1. Тарҡау склероз.
Был арҡа мейеһенең һәм нервы тышсаларының емерелеүенә бәйле, был нервы импульсының үтеүен туҡтата, һиҙгерлекте кәметә һәм йоҡоһоҙлоҡ тыуҙыра.
2. Цервикаль остеохондроз.
Сир умыртҡа һөйәгенең муйын өлөшө үҙгәреүенә бәйле, ул нервы ҡыҫылыуына һәм ҡан үтеүенә килтерә. Тап ошоноң арҡаһында ҡулдар, баш ауырта һәм координация менән проблемалар тыуа ла инде.
3. Туннель синдром.
Был сир йыш ҡына бер төрлө генә эш менән булышҡан кешелә осрай. Бер үк хәрәкәтте ҡабат-ҡабат ҡабатлағанлыҡтан бармаҡтар шешә.
4. Веноз тромбоз.
Ҡан ҡуйылығы ҡан ағымын кәметә, һөҙөмтәлә кислород һәм туҡлыҡлы матдәләр билдәләнгән урынға барып етмәй.
5. Анемия һәм диабет.
Был ауырыуҙар, ғәҙәттә, аяҡтарҙа ҡан әйләнеше проблына алып килә.
6. Барабан үрелмәһе невралгияһы.
Был тирә-йүндәге туҡымаларҙың оҙаҡ шешеүе, шул арҡала ҡулдарҙың һыҙлауы һәм хәлһеҙләнеүе менән бәйле.
7. Инсульт йәки цереброваскуляр травма.
Был ҡул ойоуының иң ҡурҡыныс сәбәбе.
Әгәр һеҙҙең ҡулығыҙ ойоу менән бер рәттән аңығыҙ буталһа, башығыҙ ауыртһа, телегеҙ көрмәлһә, күҙегеҙ насарыраҡ күрә башлаһа, тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Ә һеҙҙең ҡулдарығыҙ йыш ойоймо? Был осраҡта һеҙ нимә эшләйһегеҙ?