Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
19 Января 2022, 05:34

Тәбиғи супер антибиотик

#Һаҡмар_дауалай Был тәбиғи антибиотик ни бары 1 тапҡыр ғына ҡулланғандан һуң һейҙек ҡыуығындағы һәм бөйөрҙәге барлыҡ инфекцияларҙы үлтерә. Үҙен эшләү өсөн әллә ни күп тә кәрәкмәй... 

Цистит менән ауырыған кеше уның бар симптомдарын яҡшы белә. Ә бына был рецепт буйынса эшләнгән антибиотик был проблеманан ҡотҡара. 

РЕЦЕПТ:

250 гр петрушка 
250 гр лимон 
250 гр бал 
200 мг зәйтүн майы 
⠀ ⠀
Башта петрушканың тамырын ҡырҡып алып, блендер аша үткәрегеҙ.

Унан лимон цедраһын, зәйтүн майын һәм бал өҫтәгеҙ ҙә иреп бөткәнсе болғатығыҙ. 

Ҡатнашманы һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ. 

Был иҙмәне көн дә иртән 1 аш ҡалағы ашағыҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас