+17 °С
Облачно
Фисташки — кеше организмы өсөн ифрат файҙалы аҙыҡ.
Эйе, ғәләмәт ныҡ майлы булһа ла ул бик ныҡ файҙалы. Айырыуса, хроник арығанлыҡты бөтөрөү өсөн фисташки ашарға ҡушалар.
Фисташкала 50% майҙан тыш бик күп файҙалы матдәләр ― магний, В6 витамины, аҡһым бар. Был микроэлементтар ярҙамында кеше тиҙ генә йоҡлап китә ала. Ул хатта әллә ниндәй йоҡо дарыуҙарын да алмаштыра.
Бынан тыш ул кешенең психоэмоциональ хәлен дә яҡшырта.
Хәйерле төн! Татлы төштәр күрегеҙ!
Полезно?