Һаҡмар
+9 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
13 Января 2022, 15:28

Төнгә ҡарай сәй эсәһеңме?

#Төнгө_Һаҡмар Йоҡлар алдынан сәй эсеп ятыу күптәребеҙҙең ғәҙәтенә ингән. "Сәй эсмәһәм - йоҡлай алмайым", - тиҙәр улар. Әйҙәгеҙ, уйлап ҡарайыҡ әле! Йоҡлар алдынан сәй эсергә яраймы икән?   

Белгестәр әйтеүенсә, йоҡлар алдынан сәй эсеү - насар ғәҙәт, зарарлы ғәҙәт икән. Айырыуса бер ултырғанда бер нисә сынаяҡ сәй эсһәң.

Төнгә ҡарай күп итеп эселгән сәйҙән үпкә шыйыҡса менән тула һәм әүҙем эшләй башлай. Ә үпкә төндә ял итә торған орган. 

Төнгә ҡарай күп итеп эселгән сәй үпкәне "төнгө режим"ға көйләй алмай. Шуға ла ул хәлдән тайғансы эшләргә мәжбүр була. 

Ә был, үҙ сиратында, ҡан баҫымын күтәрә. Шуныһы, бындай сәйхурҙарҙың ҡан баҫымы таңға ҡарай йә иртәнсәк күтәрелә икән. 

Ә һеҙ йоҡлар алдынан сәй эсәһегеҙме? 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас