+20 °С
Болотло
Лавр япрағы ярҙамында дауаныу өсөн ике ысулды тәҡдим итәбеҙ.
1 Төнәтмә. 1 балғалаҡ онталған лавр япрағына 1.5 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, термосҡа бушатабыҙ ҙа 4 сәғәт төнәтәбеҙ.
Был төнәтмәне 12 сәғәт дауамында әҙ-әҙләп эсеп бөтөрөр кәрәк.
2 - Лавр майы. 1 аш ҡалағы ҡырҡҡыланған лавр япрағына 1 стакан зәйтүн майын ҡоябыҙ. Был майҙы 15 көн дауамында йылы урында төнәтәбеҙ.
Был майҙы төнгә ҡарай, ятыр алдынан ауыртҡан урыныңа һөртөп, төрөнөп ятырға кәңәш ителә.
Һаулығың - байлығың. Һау-сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.