Ярай, үҙ-үҙен ҡурсып, һаҡлап йәшәгән кеше булһа. Ауылда йәшәгәндәр өсөн бындай көн-күреш алып барыу бик еңелдән түгел. Ауылда эш бөтмәй бит ул! Билдәле физиотерапевт Хәлисәт Сөләймәнова бына ошондай рецепт тәҡдим итә:
Умыртҡа һөйәге араһындағы бүҫерҙән бик күп майҙар һәм маздар була. Шулар араһында этҡолаҡ тамырынан (окопник) эшләнгән төнәтмә менән мазь үҙен аҡлай. Халыҡта был мазь живокость йәки костолом тип тә йөрөтөлә. Окопник һөйәктәрҙе үҫтерә, быуындар һыҙлауын баҫа, шеште, бүһерҙе һура.
Этҡолаҡтан мазь былай эшләнә: кибеп өлгөрмәгән 0.5 кг этҡолаҡ тамырын, 70 гр ҡарағай сайырын, 350 гр сусҡаның эске майын, 300 гр араҡы алына. Этҡолаҡты йыуығыҙ, әммә әрсемәгеҙ. Ул кипкәс, ит турағыстан 2-3 тапҡыр үткәрегеҙ.
Сайырҙы һыу парында иретегеҙ. Сусҡа майын һүрән утта иретегеҙ. Ағас ҡалаҡ менән болғатып торорға онотмағыҙ. Өҫтөнә шулай уҡ этҡолаҡ тамырҙарын төшөрөгөҙ. Был ҡатнашманы утта 40 минут тотоғоҙ. Унан иретелгән сайырҙы ҡойоп, йәнә 15 минут бешерегеҙ. Хәҙер инде араҡы өҫтәп, йәнә 10 минут тотоғоҙ ҙа утты һүндерегеҙ.
Умыртҡа һөйәге араһындағы бүһерҙән тыш был майҙы һынған урынға, һыҙлаған быуынға һөртөргә лә мөмкин.
Мазь шулай уҡ трофик сей яраларҙы ла дауалай. Тик бында сайыр урынына 4 йомортҡаның ағын ҡушырға кәрәк. 20%-лы төнәтмәне этҡолаҡ тамырына раҡы ҡушып эшләйҙәр. Уны 25 көн дауамында төнәтер кәрәк. Көн аша һелкетеп торорға ла онотмағыҙ. Төнәтмәгә 10%-лы димексид өҫтәп, проблемалы урындарға ипртәле-кисле һөртөп торорға кәңәш ителә.
Төнәтмә һөйәк туҡымаһын, умыртҡа һөйәге ауыртҡанда, умыртҡа һөйәге араһындағы бүҫерҙән ярҙам итә.
Һау-сәләмәт булығыҙ! Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!