Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Января 2022, 09:55

Ҡабырға араһындағы невралгияны дауалайыҡ

Уны рус телендә МЕЖРЕБЕРНАЯ НЕВРОЛГИЯ тип атайҙар.   

Бик ябай рецепт. Бик күтәргә был ауырыуҙан бөтөнләйгә ҡотолорға ла ярҙам иткән. Әйҙәгеҙ, һынап ҡарайыҡ. Тик алдан табип менән кәңәшләшергә кәрәк икәнен онотмаһағыҙ ине. 

РЕЦЕПТ:

Бер миҡдарҙа йод менән глицерин алығыҙ ҙа бергә ҡушып болғатығыҙ. Әйткәндәй, уларҙың икеһен дә мотлаҡ аптеканан алығыҙ! 

Мамыҡ тампонға манып алығыҙ ҙа, арҡағыҙҙың ауыртҡан урынына һөртөгөҙ. Тик умыртҡа һөйәгенә һөртөп ҡуймағыҙ. Шулай уҡ ыуырға ярамай икәнлеген онотмағыҙ. Тик һөртөргә генә кәрәк. 

Хәҙер иң мөһим этап: кизе мамыҡ эске кейем һөртөп, йоҡларға ятығыҙ! Әткәндәй, йылы итеп төрөнөргә кәңәш ителмәй. 

Ошолай 15 тапҡыр эшләгәндән һуң кәметергә кәрәк. Хәҙер инде көн аша төнгә ҡарай һөртөргә кәңәш ителә. 

!!!! Мотлаҡ барлыҡ дауаланыу курсын үтеп бөтөр кәрәк. 

!!!! Был рецепт ябай радикулиттан, миозиттан, имгәнеүҙән ярҙам итә. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! Төндәрегеҙ һыҙланып түгел, иҙрәп үтһен! 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас