Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Января 2022, 06:15

Хроник арыу синдромынан 3 шәп рецепт

Ҡайһы саҡ йоҡонан тороуың була, хәлең бөтә. Билдәле рекламалағы кеүек. Хроник арығанлыҡтан ҡотолоу өсөн 3 шәп рецепт һеҙгә ярҙамға килер.

1. Бер стакан таҙартылған грек сәтләүеген шундай уҡ күләмдәге бал һәм лимон әҙерләгеҙ. Сәтләүек һәм лимонды онтап, иретелгән бал менән болғатығыҙ.

Ике аҙна дауамында көнөнә 3 тапҡыр 1-әр балғалаҡ ашарға кәңәш ителә. 

 

2. Яңы ғына һығылған виноград һуты. Үҙегеҙҙе яҡшы тойғанға тиклем ашарҙан алда 2-әр аш ҡалағы эсегеҙ. 

3. Ҡарағай энәләре хроник арығанлыҡты тиҙ генә бөтөрә. Урмандан йыйып алынған энәләрҙе йыуып, духовкала 15 минут киптерегеҙ. 2 аш ҡалағы ылыҫтарҙы онтап, 200 мл һыуға һалып, һүрән утта 30 минут ҡайнатығыҙ. Әҙер төнәтмәгә 3 аш ҡалағы бал ҡушып, 1 сәғәттәй ваҡытҡа төрөп ҡуябыҙ. Йоҡларҙан алда 10 көн дауамында 1-әр аш ҡалағы эсергә кәрәк була. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас