1. Майһыҙ эремсек йөрәкте нығыта, тамырҙарҙы киңәйтә, кальций, магний, калий сығанағы булып тора. Көн һайын тиерлек 100 грамм эремсек ашап торорға кәңәш ителә.
2. Ҡыҙыл болгар боросо С витаминына бик бай. Гипертониктарға уны форсат сыҡҡан һайын ашап торорға кәңәш ителә. Әгәр көнөнә 2 боросто ашап торһаң, организм талап иткән С витаминының нормаһын тултырыпға була.
3. Сөмбөл балыҡ (Лосось) - омега-3, майлы кислоталар сығанағы булып тора. Шуға ла ул юғары ҡан баҫымын төшөрөүгә булышлыҡ итә. Был балыҡты аҙнаһына 3 тапҡыр 100-150 грамм ашап торорға кәңәш ителә.
4. Гипертониктарҙың иртәһе һоло бутҡаһынан башланырға тейеш, ти белгестәр. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, һоло - организмды селен менән тулыландыра. Ә селен һәр төрлө күҙәнәктәргә бай.
5. Ташҡабаҡ орлоғо цинкка бай һәм ул инфаркттан һаҡлай. Көнөнә 20 грамм ташҡабаҡ орлоғо менән ҡапҡылап алыу ҙа етә.
Һау-сәләмәт булығыҙ!