Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
6 Января 2022, 18:15

Һыҙланыуҙан йоҡлап булмаймы?

#Төнгө_Һаҡмар Арҡа ауырта, быуындар һыҙлай, иигәнгән урын тынғы бирмәй. Былар һиңә танышмы? Улайһа һинд табиптары уйлап сығарған дауаны төнгә ҡарай ҡулланып ҡара. Иртән яңынан тыуғандай булырһың.

Бының өсөе 50 мл кaмфора спиртын, 50 гр гәрсис порошогын, 5 йомортҡаның ағын ал.

Башта камфара спиртына 50 гр гәрсис һалып болғатып ал. Унан йомортҡа ағын ҡушып, ныҡлап сайҡат. 

Килеп сыҡҡан ҡатнашма мазь кеүек ҡуйылыҡта булырға тейеш. Был май менән көнөнә бер тапҡыр, йоҡларға ятырҙан алда ныҡлап һеңеп бөткәнсе ыу. 

Унан дымлы сепрәк менән һөртөп ал. Тән тиреһе ҡыҙарып, бер аҙ әсетеп тороуы ихтимал.  

Һау-сәләмәт бул! Төнгө йоҡоларың татлы булһын!

 

 

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотма!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас