Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
5 Января 2022, 16:02

Арпанан ҡотолоу юлдары

#Һаҡмар_һаулыҡ Күҙгә арпа сыҡһа, ҡапыл ғына юғалып ҡалаһың. Баш ауырта, күҙ шешә, тормоштоң мәғәнәһе юғалғандай була.

Добавить в предпочтительные источники Google

Әйҙәгеҙ, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәп, арпанан ҡотолайыҡ. 

Ғәҙәттә арпа сығыуҙың 90 процентында бактериаль инфекция сәбәпсе була. Ә был иммунитеттың түбән булыуына бәйле. 

Арпаны бөтөрөү өсөн календула (пәйғәмбәр тырнағы) төнәтмәһе ярҙамға килә. 

15-20 сәскәне 1 стакан ҡайнар һыу менән бешерәләр, унан ҡапҡасын ябып, 40 минут төнәтәләр. Был төнәтмә менән боҫлама (примочка) йә сайҡатырға мөмкин. 

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина