Һаҡмар
+31 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
30 Декабря 2021, 11:42

Байрамда тешең һыҙлаһа...

Оҙайлы байрам көндәрендә ҡапыл ғына тешеңһыҙлай башлаһа, был ҡул аҫтындағы препараттар ярҙамға килер.... рецепт сайтта. 

Теш һыҙлауынан ҡотолоу өсөн:

✔️Аҡтамыр (пырей) үләне ярҙамға килер.

Кипкән үлән аптекала һатыла. Антибактериаль эффектаҡа эйә булған был үлән кариес һәм һыҙлау менән көрәшә. Аҡтамыр һутын йә үләнен ауыҙыңда оҙаҡ ҡына алып торор кәрәк. Әгәр аҡтамыр төнәтмәһен оҙаҡ ваҡытҡулланһаң, ауыҙҙан тәмле еҫ килер. 

✔️Бөтнөклө сәй.
1 балғалаҡ кипкән бөтнөктө бер стакан ҡайнар һыуҙа 20 минут төнәтеп, ауыҙҙы сайҡатыр кәрәк. 

✔️Һалҡын компрес.
Боҙло ҡапты таҫтамал менән төрөп, һыҙлаған теш урынлашҡан сикәгә баҫып торор кәрәк. Һалҡын компресс урттың шешен һәм һыҙлауын баҫа. 

 

Һау-сәләмәт булығыҙ! Был кәңәштәр һеҙгә бер аҙға ғына ярҙам итер. Шулай ҙа табипҡа күренергә кәңәш итәбеҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас