-2 °С
Облачно
Баймаҡ ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре бокс буйынса тренер В.И. Галактионов иҫтәлегенә уҙғарылған турнирҙа ҡатнашты. Һөҙөмтәләр беҙҙе ҡыуандырҙы.
Үҙ кәүҙә ауырлығында барған алышта Мораҙым Байегетов, Ислам Дәүләтбирҙин, Ислам Әминев, Тимур Ғәҙелшин беренсе урынды яуланы. Азамат Ҡарасурин, Руслан Афансьев, Данил Мостафин - икенсе, Айтуған Байегетов өсөнсө урындарҙы алды. Боксерҙарҙы һәм уларҙың тренерҙарын оло еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ! Яңы йыл тағы ла яңы бейеклектәр, еңеүҙәр алып килһен!
Фото мәғариф бүлеге сайтынан алынды.