+16 °С
Дождь
Стәрлебаш районында милли көрәш буйынса асыҡ турнир үтте. Баймаҡ намыҫын Юлыҡ ауылы мәктәбе директоры Барый Миңлебаев һәм уҡытыусы Илфат Дәүләтбаев етәкселегендә һигеҙ спортсы яҡланы. Шуныһы ҡыуаныслы, команданың бөтә ағзалары ла призлы урын яуланы. Үҙ кәүҙә ауырлыҡтарындағы категорияла барған алышта Аслан Миңлебаев, Солтан Миңлебаев - беренсе, Барый Миңлебаев, Тимур Ҡәюмов, Иляс Дәүләтбаев, Рөстәм Дәүләтбаев, Руслан Дәүләтбаев - икенсе, Тимур Тимербулатов өсөнсө урындарҙы алды.
Баймаҡ көрәшселәрен оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Тағы ла яңы үрҙәр, еңеүҙәр теләйбеҙ! Афарин!