Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
27 Декабря 2021, 04:15

Ә һеҙ быны беләһегеҙме?

Ә улар белә...

Ишбирҙе мәктәбенең 6-сы,7-се һәм 8-се класс уҡыусылары өсөн электрон тәмәкеләрҙең кеше организмына нисек йоғонто яһауы тураһында мауыҡтырғыс дәрес үтте. Ауылдың фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Файза Хәсәнова балаларға тәмәкенең йоғонтоһо, уның эҙемтәләре буйынса ҡыҙыҡлы әңгәмә үткәрҙе. Шулай уҡ Баймаҡ районының эске эштәр бүлегенең бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор, полиция капитаны Р.Ф. Рамаҙанов һәм участка уполномоченныйы полиция капитаны В.С. Нестеров камендат сәғәте, хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса яуаплылыҡ тураһында һөйләнеләр. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына тулы яуаптар алды.

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас