1. Эҫе һөткә минераль һыу ҡой. Был дауа йүтәлдән бик файҙалы, ҡаҡырыҡты сығарырға ярҙам итә. Тиек минераль һыуҙың щелочтарға бай булғанын һайла. Мәҫәлән, Боржоми.
2. Һырғанаҡ сиробы. Был сироп тын юлдары зарар күргәндә ярҙам итә. Был сиропты йә һутты ныҡ эҫе булмаған һыу менән иҙеп, бер аҙ һыуынғанын көтәбеҙ. Унан лимон һутын һығырға кәрәк. Лимондың тәме лә, еҫе лә был эсемлекте ылыҡтырғыс тәмле итә. Тәмле лә, файҙалы ла.
3. Баллы һәм лимонды йылы сәй. Уның йәшел йә ҡара сәй булыуы мөһим түгел. Үтә ҡаты булмаған сәйгә 1 балғалаҡ бал һәм лимон һуты өҫтәйбеҙ. Лимонды үтә эҫе сәйгә һалып ҡуймағыҙ. Бер аҙ һыуынғанын көтөгөҙ ҙә, шунан ғына өҫтәгеҙ. ошолай иткәндә С витаминын яҡшы һаҡлай.
4. Ҡурай елеге емеше һәм йүкә сәскәһенән эшләнгән сәй. Был сәй тирләтә лә, ауырыуға ҡаршы көрәшә. Әгәр һеҙҙә кипкән ҡурай еләге бар икән, бигерәк тә яҡшы. Әгәр булмаһа, ҡайнатма ла ярап ҡала.
5. Әлморон емеше төнәтмәһе. Әлморон С витаминына бик бай. Емешен башта иҙеп алығыҙ. унан 3 аш ҡалағы емеште 0,5 л ҡайнар һыу менән иҙеп, термоста төнгөлөккә ҡалдырығыҙ. Иртәнсәк уны һөҙөп алығыҙ. Ашарҙан 30 минут алда көнөнә 4 тапҡыр яртышар стакан эсегеҙ. Төнәтмәгә бал һәм кагор өҫтәргә лә була.
Ҡайнатып эшләр өсөн 2 аш ҡалағы емеште 2 стакан ҡайнар һыу менән иҙегеҙ ҙә, һүрән утта 10 минуттай тотоғоҙ. Һыуытып, һөҙөп эсегеҙ.
6. Кипкән емештән компот. Кипкән емеш компоты һыуыҡ тейгәндә иммунитетты нығыта. Әҙер компотҡа лимон, әфлисун һутын һәм бал ҡушырға була.
7. Имбирлы һәм лимонлы сәй. Тәнде ҡыҙҙырып ебәргән сәй өшөп ҡайтҡанда бик ярап ҡала. 1 стакан ҡайнар һыуға 1 аш ҡалағы бал, 1 аш ҡалағы лимон һуты, 0,5 балғалаҡ онталған имбир тамыры, семтем дәрсен ҡушығыҙ. Бындай сәйгә онталған бөтнөк япрағын да өҫтәргә була.
8. Глинтвейн. Тымау тейгәндә бик шәп эсемлек!
1,5 шешә ҡыҙыл ҡоро шарапҡа әфлисун, 5 ҡәнәфер, 0,25 балғалаҡ онталған мускат сәтләүеген, 0,5 балғалаҡ онталған дәрсен, 1 балғалаҡ имбир порошогы, 2-3 аш ҡалағы шәкәр кәрәк була. Тәмләткестәрҙе бергә бутап, 100 мл һыу өҫтәйбеҙ. Ҡайнап сыҡҡас, уттан алабыҙ. 10 минут төнәтәбеҙ. Һөҙөп алабыҙ. Әфлисунды түңәрәкләп турайбыҙ. Хәҙер инде шарапты, төнәтмәне, шәкәрҙе һәм әфлисун киҫәктәрен бергә ҡушабыҙ. Ҡайнап килеү менән уттан алабыҙ.
Глинтвейнға бал, йөҙөм, алма ҡушырға ла була. Табынға эҫе килеш бирәләр. Был эсемлекте төнгә ҡарай эсеп, йоҡларға ятыр кәрәк. Аяҡтарҙы йылытырға ла онотмайбыҙ.
9. Ромашка сәйе. 1-әр балғалаҡ ромашка, йүкә сәскәләрен алып, 1 стакан ҡайнар һыу менән бешереп, 20 минут төнәтәбеҙ. Һөҙөп алғандан һуң көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан алда 1/3 стакан эсергә кәңәш ителә. Бал ҡушырға ла мөмкин.
10. Мүк еләгенән (клюква) йә ҡыҙыл көртмәленән (брусника) морс. Был ике емеш тә тымау тейгәндә халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла. Емештәрҙе шәкәр менән ыуалап (3:1) ҡуябыҙ. Унан 2 аш ҡалағы иҙмәне 0.5 литр йылы һыуҙа иҙәбеҙ. Шифалы эсемлек әҙер!