▪️ Йөрәк. Йөрәк ауыртҡанда түш тәңгәлендә һул яҡтан сәнсеп ала. Шулай уҡ һул ҡулдың эс яғы (стенокардияла) йә ҡалаҡ һөйәге араһы ауыртһа, йөрәгеңде тикшерт.
▪️Үпкә. Уң яҡтан муйын йә яурын бер туҡтауһыҙ һыҙлап торһа, үпкәңде тикшертергә ашыҡ.
▪️Бауыр һәм үт ҡыуығы. Был ауырыуға күп осраҡта ултыраҡ тормош алып барыу сәбәпсе була. Көмөрәйеп йөрөү ҙә ошо исемлеккә инә.
▪️Ашҡаҙан һәм ашҡаҙан аҫты биҙе. Ғәҙәттә, был ағзалар ауырыуҙары улар урынлашҡан урында үҙен һиҙҙерә. Тик бына хроник панкреатит менән ауырығандарҙың 50 процентының ғына ауыртыу арҡаһына биреүе ихтимал.
▪️Аппендикс һәм йыуан эсәк. Уң яҡ ҡабырғалағы соҡор ауыртамы? Хирургка яҙылырға ашыҡ: аппендикс менән шаярмайҙар!
Был яҙманы уҡып үҙегеҙгә үҙегеҙ диагноз ҡуйырға ашыҡмағыҙ. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ! Иң дөрөҫ диагнозды анализдар һөҙөмтәһенә ҡарап, барыбер табип ҡына бирә ала.
Һау-сәләмәт булығыҙ!