+20 °С
Облачно
Баймаҡта балалар поликлиникаһы төҙөлөшө дауам итә. Уның барышы менән танышыу маҡсатында ошо көндәрҙә Баймаҡта эш сәфәре менән БР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Салауат улы Рәхмәтуллин булып китте. Район хаимиәтенең баш архитекторы төҙөлөш эштәре хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Әлеге ваҡытта поликлиниканың нигеҙе һалына. Яңы йылға тиклем уның 2/3 өлөшө төҙөлөп бөтөргә тейеш, тип белдерҙеләр.
Әйтергә кәрәк, балалар поликлиникаһы бер сменала 300-гә тиклем баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнә.