Һаҡмар
+27 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
17 Декабря 2021, 06:50

Ҡул суҡтары ойоһа

Был етди ауырыу тураһында һөйләй

Ҡулдарҙың, айырыуса ҡул суҡтарының ойоуы кешенең организмында холестериндың үтә күбәйеүен күрһәтә икән. Быны Америка медицина ғалимдары тикшеренеүҙәр барыһында асыҡлаған.

Күптәр организмында холестериндың күпме булыуына иғтибар бирмәй, тикшертмәй. Ә был бик хәүефле. Сөнки холестерин ҡан тамырҙары көпшәләрен баҫып, уларҙы ҡаплай башлай. Холестерин күбәйгән һайын, ҡан тамырҙары ла “бысрай” бара.

Артабан кешенең аяҡтары ауырта башлай. Аяҡтарҙың ҡапыл ғына тартышыуы күҙәтелә. Енсектәрҙә, табандарҙа уңалмаҫ яралар ҙа барлыҡҡа килеүе бар. Быларҙың барыһы ла ҡан тамырҙарының холестерин менән ҡапланып барыуын күрһәтә.

Был хәлде булдырмау өсөн иң тәүҙә әүҙем тормош алып барырға, күберәк йәйәү йөрөргә, саф һауаға сығырға кәрәк. Дөрөҫ туҡланыу бик мөһим! Ҡыҙҙырылғанды түгел, ә бешерелгәнде, парҙа тотолған ризыҡты ашарға кәрәк. Төрлө ярмалар, балыҡ, тауыҡ, күркә ите, йәшелсә, емеш-еләккә өҫтөнлөк бирегеҙ. Комплекслы витаминдар эсегеҙ. Һәм, әлбиттә, әленән-әле холестеринға анализ тапшырығыҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ!

Гүзәл Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас