+21 °С
Дождь
Бәләкәс бала әсәһе менән машинала китеп барғанда ҡапыл тын ала алмай, тонсоға башлай. Әсәһе ЮХХДИ инспекторҙары янына туҡтап, хәлде аңлата. Марат Гутиев менән Давид маргиев шунда уҡ ярҙамға ташлана. Улар баланы әйләндереп, арҡаһына һуҡҡыслайҙар. Сабыйҙың ауыҙынан 5 һумлыҡ тимер аҡса килеп сыға. Бәпестең әсәһе шок хәлендә булғанлыҡтан, нимә эшләргә белмәй, ҡалтыранып төшкән була. Ярай ҙа әле ЮХХДИ инспекторҙары кәрәкле ваҡытта, кәрәкле урында булып сыға. "Көн һайын ярҙам күрһәтеп, ҡыҙымды ҡотҡарғандары өсөн рәхмәт уҡыйым", - ти сабыйҙың атаһы.
Сығанаҡ: https://vk.com/feed?w=wall-188318774_1467085