Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
12 Декабря 2021, 13:00

Тырнағың аяғыңа батып индеме?

Тимәк был кәңәш-ҡағиҙәләр һинең өсөн. Төп ҡағиҙә: паникаға бирелмә!

1. Биш литр эҫе һыуға 3 аш ҡалағы аш содаһын өҫтә. Унан аяғыңды был һыуға тығып ултырып тор. Тырнаҡтарың ебеһен.

2. Хәҙер пинцет кәрәк буласаҡ. Мамыҡтан бәләкәс кенә шар әүлмәләп, йодаға манып ал. Унан пинцет ярҙамында мамыҡты тырнаҡ менән тире араһына тығырға тырышығыҙ. Өйҙә ойоҡ кеймәерәк йөрөп торорға кәңәш ителә.

 

3. Был шарҙы 15 көн дауамында көн һайын алмаштырып торорға кәңәш ителә. Ошо ваҡытта ул бөтөргә тейеш.

Был осраҡта шулай уҡ аш ҡалағы бал да, онталған һарымһаҡ та, Алоэ Вера геле ла ярҙамға килә. Тырнаҡ батып, яраланған урынға ошоларҙы һылағанда, проблемаңды тиҙ арал хәл итерһең.

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас