Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
6 Декабрь 2021, 20:00

Миңә сат йәбешкәндәр...

Беҙ улым һәм ҡәйнәм менән күршеләрҙә йәшенеп ултырыр инек. Баламды ошо ҡот осмалы тормоштан һаҡлар өсөн айырылдым...

Ирем менән ун йылдан һуң айырылыштыҡ. Ул тиклем ваҡыт та түҙмәҫ инем, ҡәйнәм бик яҡшы кеше, уның өгөтөнә ризалашып йәшәнем. Шул ун йылдың, исмаһам, бер йылы айыҡ булдымы икән ул? Йүнләп бер ҡайҙа ла эшләмәне, эсте, ҡайтып ҡаңғырҙы. Беҙ улым һәм ҡәйнәм менән күршеләрҙә йәшенеп ултырыр инек. Баламды ошо ҡот осмалы тормоштан һаҡлар өсөн айырылдым. Ир алимент түләргә уйламаны ла, мин һораманым да, ҡотолғаныма шөкөр иттем. Ҡәйнәм һәр байрамға ейәненә бүләк эшләргә тырышты. Улынан туҡмалһа ла, уның менән йәшәүен дауам итте. Ҡайһы саҡта миңә шылтыратып, йәһәт кенә килеп етеүемде ялбара. Улы ишек алдында йә соланда ҡолаған булып сыға. Шуны карауатҡа һалырға ярҙам итеүҙе һорай. “Ятһын, айыҡҡас торор”,-тиһәм, “Өшөп ҡуйыр, ауырыр”,-ти. Үҙе шулайтып шаштырып бөткән уны. Тегеһе төнөн дә әсәһен араҡы эҙләргә ҡыуып сығара, туҡмай. Әле ҡәйнәмде инсульт һуғыуын ишеттем. Уны ҡарау тағы миңә төшөрмө икән? Был ғаиләнән бер ҡасан ҡотола алмам, ахыры.

Ф.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: