+13 °С
Облачно
Телевидениела "Һаулыҡ" тапшырыуын алып барыусы врач Александр Мясников үҙ-үҙеңде дауалау менән шөғөлләнмәҫкә саҡыра. Бигерәк тә антибиотиктар ҡулланыу ҡурҡыныс. Препараттарҙы контролһеҙ эсеү һаулыҡҡа, киреһенсә зыян килтереүе ихтимал, ти врач. Беренсе сиратта был балаларҙы дауалауға ҡағыла. Мясниковтың белдереүенсә, ҡайһы бер антибиотиктар ҡулланғанда кешенең бөтөнләй һуҡыр ҡалыуы ла ихтимал. "Сөнки улар бик ағыулы", - ти ул. Уның әйтеүенсә, шулай уҡ ҡайһы бер һейҙек ҡыуҙырыусы таблеткалар ҙа хәүефле, улар ишетеү нервыһына тәьҫир итә, һөҙөмтәлә кешенең һаңғырау ҡалыуы мөмкин.
Фото интернеттан алынды.