Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
5 Декабрь 2021, 18:08

Ҡан баҫымынан иң шәп peцeпт!

#Һаҡмар_дауалай Уртаса ҙурлыҡтағы 10 лимoнды үтә ныҡ эҫе булмаған һыуҙа йыуығыҙ ҙа һыуын һарҡытығыҙ. Унан киҫәкләп ҡырҡҡылағыҙ. Әҙер лимондарҙы...

Өс литрлыҡ банкаға тултырығыҙ.

Унан 0,5 л бал, 0,5 л алoэ һутын, 0,5 л cпирт ( кoньяк йә араҡы булһа ла бара) өҫтәгеҙ.

Банканы капpoн ҡапҡас менән ябығыҙ ҙа ҡараңғы урында 40 көн һаҡлағыҙ.

41-се көндә алып, ашарҙан ярты сәғәт алда көнөнә 3 тапҡыр 1-әр балғалаҡ эсегеҙ.

10-14 көн үтеүгә хәлегеҙ яҡшырыр. Һәм тора-бара ҡан баҫымының нимә икәнен дә оноторһоғоҙ.

Шулай уҡ берәй нәмәгә ныҡ көйәләнһәгеҙ ҙә был дауа килешер. Һыуыҡ тейгәндә лә ярап ҡала.

Һау-сәләмәт булығыҙ! Башығыҙ бер ваҡытта ла ауыртмаһын!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: