Һаҡмар
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
3 Декабрь 2021, 21:55

Ни өсөн лунатикты уятырға ярамай?

Эшенән ҡыуылған ир йоҡлап ятҡан еренән тороп машинаһына ултырып сығып китә һәм үҙҙәренән 24 саҡрым алыҫлыҡта йәшәгән ҡайны-ҡәйнәһен үлтерә...

Ни өсөн лунатикты уятырға ярамай?

Статистик мәғлүмәттәргә ҡарағанда ер йөҙөнөң 7 процент кешеһе төшөндә йөрөй йәғни лунатизм ауырыуына дусар булған.

Лунатизм фәнни тел менән әйткәндә сомнамбулизм ваҡытында мейе кешенең тәнен уята, ә төштәрен туҡтатмай. Был күберәк балаларға хас ауырыу. Әммә ҡайһы саҡта ул өлкәндәрҙә лә күҙәтелә һәм был бик ҡурҡыныс. Сөнки балаларҙан айырмалы рәүештә, улар өйөнән сығып китеп, машинаға ултырып китәләр. Енәйәт ҡылғандары ла бар. Шулай уҡ ҡатындар һәм ирҙәр төкөй, йығыла, ашарға бешереү өсөн ут тоҡандыра... Бының һөҙөмтәһе нимәгә килтереүе ихтимал икәнлеген күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс.

Әгәр кеше йоҡлап киткәндән һуң тороп үҙенең ғәҙәти эштәре менән булышып, һуңынан бер нәмә лә иҫләмәһә, ул – лунатик. Ул өй буйлап йөрөй, нимәлер эшләй, һеҙҙең һорауҙарға ҡыҫҡа ғына йәки аңлайышһыҙ яуап бирә. Лунатик һеҙгә ҡарағанда, һеҙҙе үтә ҡараған һымаҡ ҡарай. Сөнки ул ысынында һеҙҙе бөтөнләй күрмәй. Лунатизм йоҡлап киткәс тә башлана һәм бер нисә секундтан ун минутҡа тиклем дауам итә. Бик һирәк осраҡта ул бер нисә сәғәт дауам итеүе бар.

Ғалимдар лунатизмдың ниҙән килеп сыҡҡанын әле лә аңлата алмай. Бала саҡта булған сомнамбулизмды нәҫелдән килгән ауырыу менән аңлаталар.

Ә бына өлкәндәр ни өсөн лунатик булып китә? Уның бер нисә сәбәбе бар:

-йоҡо туймауы, 6 сәғәттән аҙ йоҡлау,

- стресс, йыш ҡына борсолоу, күңел тынғыһыҙлығы,

- антидепресанттар, йоҡо дарыуҙарын күпләп һәм йыш ҡулланыу,

- йоҡлағанда тын етмәү.

Ғәҙәттә, лунатизм тиҙ арала бөтә һәм башҡа ҡабатланмай. Әммә уның йышайыуы күҙәтелһә, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Яңғыҙ йәшәгән лунатиктар төнгөлөккә өй, машина асҡыстарын алыҫыраҡ йәшерергә, ҡул аҫтындағы ватыла, йәрәхәт килтерерлек әйберҙәрҙе йыйып ҡуйырға тейеш.

Әгәр һеҙҙең яҡын кешегеҙ лунатик булһа йәки ошондай кеше менән осрашырға тура килһә, уның бер ҡайҙа ла төкөмәүен, өйҙән сығып китмәүен контролгә алығыҙ. Лунатикты уятырға ярамай! Сөнки бындай кешеләр агрессив була һәм уларҙы уята башлау нимә менән тамамланасағын әйтеп булмай.

1987 йылда эшенән ҡыуылған ир йоҡларға ятҡан еренән тороп машинаһына ултырып сығып китә һәм үҙҙәренән 24 саҡрым алыҫлыҡта йәшәгән ҡайны-ҡәйнәһен үлтерә. Суд экспертизаһы ирҙең кисергән стресс һөҙөмтәһендә лунатизмы ҡалҡып, енәйәткә барыуын бөтөнләй белмәүен һәм аңламауын билдәләгән. Бына шундай ҡрҡыныс хәлдәр ҙә була лунатиктар менән. Шуға күрә ваҡытында ял итегеҙ, йоҡлағыҙ, күңел-йәнегеҙ тыныс булһын.

Йоҡоларығыҙ татлы, тәмле һәм лунатизмһыҙ булһын)

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова