Һаҡмар
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
3 Декабрь 2021, 14:55

Бында спорт залы буласаҡ

Иҫке Сибай ауылы халҡы - сәләмәт тормош яҡлы. Уларҙың үҙ спорт залдары буласаҡ.

Иҫке Сибай ауылы халҡы - сәләмәт тормош яҡлы. Бында төрлө спорт төрө киң үҫешкән. Ләкин бөтә бәлә шунда ине - уларҙың үҙ спорт залдары булманы. Хәҙер иһә шул хәлгә төҙәтмә индереп, бында оҙаҡламай спорт залы асыласаҡ. "Аныҡ эштәр" проектына ярашлы кәрәкле төрлө спорт тренажерҙары алынған. Ауыл халҡы ла, ситтә йәшәгән ауылдаштары ла ҙур матди ярҙам күрһәткән. Бында милли көрәш, бокс, ауыр атлетика йүнәлештәре буйынса секциялар эшләйәсәк. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә урын табыласаҡ. Әлеге көндө буласаҡ спорт залында төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Спорт залы оҙаҡламай асылыр, тип көтәбеҙ.

 

Бында спорт залы буласаҡ
Бында спорт залы буласаҡ
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: