Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
29 Ноябрь 2021, 17:05

Ҡыҙ-бәпес үҫтерәбеҙ

Хәҙер күп әсәйҙәр кескәй ҡыҙҙарҙы балалар баҡсаһында уҡ гинеколог ҡарауына риза түгел. Был йәһәттән борсолорға кәрәкмәй...

Ҡатын – ҡыҙ ғаилә бәхетен һаҡлаусы ғына түгел, ә ғүмер, өләшеүсе, мөхәббәт һәм ҡыуаныс сығанағы ла. Был яуаплы бурыстар сикһеҙ көстө һәм һаулыҡты талап итә. Шуға күрә сәләмәтлекте йүргәктән һаҡларға кәрәк. Ҡыҙҙарҙы дөрөҫ тәрбиәләү мөһим. Уларҙы көн һайын йыуындырыуҙан тыш, гигиена талаптарын да үтәргә кәрәк.

Хәҙер күп әсәйҙәр кескәй ҡыҙҙарҙы балалар баҡсаһында уҡ гинеколог ҡарауына риза түгел. Был йәһәттән борсолорға кәрәкмәй. Гинекологтың ҡыҙҙарҙы кескәй мәленән үк ҡарау ҙа – заман талабы. Синтетик эске кейем, гигиена талаптарын үтәмәү бәләкәстәрҙе лә төрлө сиргә дусар итеүе ихтимал. Шуға күрә гинеколог төрлө ауырыуҙарҙы алдан уҡ билдәләү өсөн кескәй ҡыҙҙарҙы ҡарай. Шуныһы ҡыҙыҡлы, белгестәр ҡыҙҙарҙың үҙенең ниндәй әсә буласағы донъяға килгәндә үк билдәләнеүе тураһында белдерә. Әгәр әсә кеше балаһын, операцияһыҙ үҙе тапһа, тыуғас та уны әсәһенең күкрәгенә алһалар, киләсәктә лә ҡыҙ ҙа сабыйын тыныс һәм тәбиғи рәүештә табасаҡ. Ауырлы ваҡытта һәм бала тапҡанда кисергән артыҡ стресс малайҙарға ҡарағанда, ҡыҙарҙың мейеһенә нығыраҡ йоғонто яһай икән.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: