+29 °С
Облачно
Уҙған аҙнала Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә 342 кеше мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 281-енә кисекмәҫтән ярҙам талап ителгән. 8 ялған шылтыратыу булған. Бер кешелә инфаркт теркәлгән. Киҫкен респиратор-вируслы инфекция эләктергән 94 кешегә ашығыс медицина ярҙамы күрһәтелгән. Уҙған аҙнала 7 кеше вафат булған. Алкоголь интоксикацияһы менән яфаланған 12 кешегә ашығыс талап ителгән. 18 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән, шуның 3-һе бала менән бәйле. 2 кешегә инфаркт булған. Юл-транспорт ваҡиғаһында 1 кеше “Ашығыс ярҙам” менән дауаханаға оҙатылған.
Фото интернеттан алынды.