Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
27 Ноябрь 2021, 14:25

Сей кәбеҫтә, картуф һәм башҡалар

Ҡул аҫтындағы йәшелсәләр менән дә һаулыҡты нығытып була. Тик йыбанма ғына!..

 

Баш ауыртҡанда сей кәбеҫтә япраҡтарын елкәгә, маңлайға, сикәгә баҫырға кәрәк.

Сей картуфты тәндең бешкән, янған урындарына һалыу ярҙам итә.

Торманың һутын көнөнә өс аш ҡалағы эсеү көслө йүтәлдән дауалай. Шулай уҡ был һут бөйөр, бауырҙа таш барлыҡҡа килмәһен өсөн профилактик сара, үттә таш булғанда ла ярҙам итә.

Һыуыҡ тейгәндә һәм ревматизмдан шалҡандың һуты менән һөртөнөү ярҙам итә.

Өшөткән урынға ҡырғыс аша үткәрелгән һуғанды һалырға кәрәк. Шулай уҡ һуғандың һуты тәндәге сөйәлдәрҙе бөтөрөргә ярҙам итә. 2-3 аш ҡалағы һуған һутын сәскә һөртөп, 1,5-2 сәғәт яулыҡ аҫтында тотоу, сәстәрегеҙҙе ҡойолоуҙан һаҡлар.

Йоҡлар алдынан 1-2 сәғәт алда бер стакан йылы һыуға 1 аш ҡалағы бал һалып эсегеҙ. Был һеҙгә тиҙерәк йоҡлап китергә ярҙам китер.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: