Һаҡмар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
22 Ноябрь 2021, 09:15

Ил Башлығы ревакцинация үтте

Прививканан һуң үҙемде яҡшы тоям, тип белдерҙе.

Ил Башлығы ревакцинация үтте

Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирустан ревакцинация үтте.

Йәкшәмбе көнө ул Н.Ф. Гамелея исемендәге Микробиология һәм эпидемиология милли тикшеренеү үҙәге директоры урынбаҫары Денис Логунов менән осрашты.

“Һеҙҙең һәм һеҙҙең коллегаларығыҙҙың тәҡдиме буйынса бөгөн мин тағы бер прививка – “Спутник Лайт” вакцинаһын эшләттем. Был ревакцинация булды” - , тине ил Башлығы.

Путин прививканан һуң үҙемде яҡшы тоям, тип белдерҙе. Президент коронавирустан “Спутник V” вакцинаһының тәүге компонентын 23 мартта, икенсе компонентын 14 апрелдә яһатҡан ине.

Автор:Лилия Кусябаева